Ысынлап та, йыш ҡына бәрәңге ҡарайып әҙерләгән ризыҡтың, табындың йәмен ебәрә. Бының сәбәбе нимәлә һуң?
Белгестәр әйтеүенсә, беренсенән, үҫтергәндә азоттың күп инеүе, ә калийҙың етмәүе ихтимал. Икенсенән, йәшелсә тамырына кислород кермәү. Был тупраҡ ауыр булғанда йәки көслө ямғырҙарҙан ер ҡатыуҙан шулай килеп сыға. Өсөнсөнән, алынған йәшелсәне баҙға ашығып һалыу һәм ябып ҡуйыу. Елләмәһә, вентиляция булмаһа, ул ҡарая.
Ҡарая торған бәрәңгенең һыуына аҙ ғына аш һеркәһе өҫтәгеҙ. Ошолай эшләгәндә, ул үҙ төҫөндә ҡала һәм иҙелмәй.