Сираттағы осрашыуыбыҙ “Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә” тип аталды. Башта социаль педагог һаулыҡты нығытыу өсөн күнекмәләр үткәрҙе. Артабан Өфө ҡалаһында үткән принцессалар балында ҡатнашҡан әсәйҙәр күңелдә оҙаҡҡа ҡалырлыҡ, иҫ киткес сара тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ә инде Гөлсирә Хәкимова Иҙелдең балалар өсөн “Бирешмә” беренсе үҫмерҙәр премияһының “Телеңде үҫтер” номинацияһының махсус призына лайыҡ булыуы тураһында һөйләне. Улар был республика кимәлендәге саралар юғары кимәлдә ойошторолоуы, һәр бер балаға иғтибар бүленеүе һәм әсәйҙәрҙе бындай сараларҙан ситтә ҡалмай балаларын әүҙем ҡатнаштырырға саҡырҙы.