Бөтә иҫәпләүҙәр буйынса республика халҡына йылына 100 мең тоннанан әҙерәк шәкәр талап ителә. Шул уҡ ваҡытта былтыр беҙҙең аграрийҙар 42,2 мең гектар майҙанда 1,8 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алды. Һөҙөмтәлә төбәктең өс ҙур шәкәр заводы 200 меңдән ашыу тонна шәкәр етештерҙе.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн ойошторолған пресс-тур ваҡытында, барыһын да «Раевсахар» предприятиеһындағы шәкәр ҡомоноң ғәйәт ҙур запастары таң ҡалдырҙы.
Уның директоры Сергей Байғужин ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән һөйләшеү барышында бында былтырғы миҙгелдә 100 мең тонна шәкәр етештерелеүен билдәләп үтте. Был күрһәткес республиканың ошо продуктҡа йыллыҡ ихтыяжына тура килә. Хәҙерге ваҡытта Раевка шәкәр заводы складтарында 50 меңдән ашыу тонна шәкәр һаҡлана.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте