Науруз (Нәүрүз; Наурыҙ) — төрки һәм иран халыҡтарында бик борондан килгән Яңы йылды һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы. Байрам 21—22 мартҡа — көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.
2009 йылдың 30 сентябрендә Науруз ЮНЕСКО тарафынан Кешелек мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә индерелеп, 21 март Халыҡ-ара Науруз көнө билдәләнә.
Науруз байрамы Исламға тиклемге дәүерҙән килә, уның фәлсәфәһе һәм ғәҙәттәре Ислам диненә ҡарамай.