Иртәнге сәйгә бигерәк тә шәп был йөҙөмлө кекс
- 500 г бер пакет 3.2% ж. кефирға :
- 200 г йәки бер стакан көнбағыш майы
- 200 г йәки бер стакан шәкәр ҡомо
- 4 йомортҡа
- 1 сәй ҡалағы сода
- ванилин
- 200 г тирәһе йөҙөм ( ҡайнар һыу менән йыуып алдым)
Бөтәһен дә венчик менән болғап алырға.
Шуға 1.5 - 2 стакан тирәһе ондо әҙләп һалып шыйыҡ ҡамыр эшләргә.
Ике формаға тап-тамам етте ошо килеп сыҡҡан масса, өҫтө ҡыҙарғансы һәм эсе бешеп еткәнсе бешерергә, нәҙек кенә бысаҡ менән сәнсеп ҡарап тикшерәм , бысаҡ ҡоро көйө генә сыҡһа бешкән була.