Муниципаль район хакимиәте башлығы бойороғона ярашлы, 20 марттан территорияларҙы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләр башланды.
Аҡъяр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльдар Буранбаев ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре менән осрашып, һәр ойошма һәм учреждениеларға таҙалыҡта тотоу өсөн территориялар беркетелде.
Район үҙәге учреждениелары һәм ойошмаларының хеҙмәт коллективтары үҙҙәренә бүленгән территорияларҙы таҙартты. Һауа торошоноң боҙолоп, ҡар яуып тороуы ла мәшәҡәтләмәне. Был көндө өйөлөп ятҡан епшек ҡар таратып ташланды, ҡар иреү менән күренә башлаған ҡый-ғыпыр йыйылды.
Бындай экологик өмәләр районда һәр аҙна һайын ойоштороласаҡ. Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылында районыбыҙ йыл дауамында таҙалығы менән айырылып торор тип ышанабыҙ.