Яңылыҡтар
19 Март 2020, 20:41

Башҡортостанда декрет ялындағы әсәләрҙең яңы һөнәргә уҡып сығыу мөмкинлеге бар. Уҡыған ваҡытта уларға стипендия түләнә

Радий Хәбиров яңы программаның башланыуы хаҡында һөйләне. //

Башҡортостанда декрет ялындағы әсәләрҙең яңы һөнәргә уҡып сығыу мөмкинлеге бар. Уҡыған ваҡытта уларға стипендия түләнә

Радий Хәбиров яңы программаның башланыуы хаҡында һөйләне. Өс йәшкә тиклемге балаһы булған декрет ялындағы һәр ҡатын-ҡыҙ йәки 7 йәшкәсә бала тәрбиәләгән, әммә эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар уҡырға мөмкин.

Теләһә ниндәй һөнәрҙе үҙләштерергә йәки эш биреүселә квалификацияны күтәрергә, йә иһә мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса яңы һөнәр алырға була. Бер сертификаттың хаҡы - 46,3 мең һумға тиклем. Һеҙҙең өсөн был сумманы дәүләт түләй.

Ә уҡыған ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға МРОТ күләмендә - 13,9 мең һум стипендия түләнә.
Башҡортостаным | яңылыҡтар төркөмөнән алынды
Читайте нас