Яңылыҡтар
19 Март 2020, 06:44

Ыуыҙ ҡоймағын тәмләнек

Аҡъюлда балаларҙы милли ашамлыҡтар менән таныштырҙылар

Салт аяҙ яҙғы көн күңелдәргә нурын өләшә. Тирә-йүндә яҙ һулышы һиҙелә. Аҙбарҙа күңелле йырлап, тауыҡтар йомортҡа һала, яңы тыуған быҙауҙар мөңрәй. Элек-электән һыйыр быҙаулағас, ыуыҙ ҡоймағы ҡоябыҙ. Әсәй-өләсәйҙәрҙән килгән күркәм йоланы беҙҙә йыл һайын да үткәреп торабыҙ.
Быйыл да “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары балалар менән Зөлфиә инәй Ишемғоловаға ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ итергә барҙы. Хужабикә ҡунаҡтарҙы бик ихлас ҡаршы алды. Балаларға ҡоймаҡ ҡойоу серҙәрен өйрәтте.
Мәрәүәт инәй Байғужина ыуыҙ һөтөнөң файҙаһы тураһында һөйләне. Һөт ризыҡтары менән таныштырҙы, ыуыҙ һөтөнән эремсек, сыр эшләү серҙәре менән бүлеште.
Фәнүзә инәй Ишемғолова был йортҡа бәрәкәт теләп аят уҡыны.
Ҡойған ыуыҙ ҡоймағы менән сәй эсеп, рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Читайте нас