Яңылыҡтар
19 Март 2020, 06:24

"АҠЫЛЛЫ ҠАЛА" НИҢӘ ЭШЛӘМӘЙ?

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан..

Былтыр программаны ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа дөйөм иҫәп приборҙары күрһәткестәрен дистанцион рәүештә биреү системаһы индерелергә тейеш ине. Әммә, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм Цифрлы үҫеш министрлыҡтарының мәғлүмәттәре буйынса, эш башланмаған да, тип яҙа ЙӘШЛЕК.
Программаның паспортында бюджеты, коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү системаһын алып барыуҙың хоҡуҡи-норматив механизмдары һәм уны башҡарыусылар күрһәтелмәгән.
Беҙҙең илдә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Цифрлы иҡтисад" һәм "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекттарының күрһәткестәренә (маҡсаттарына) өлгәшеү өсөн, ай-һай, күп эш эшләргә кәрәк.
Фото: РИА-Новости.
Читайте нас