Яңылыҡтар
18 Март 2020, 11:52

250 кешенән артыҡ кеше йыйылған саралар үтмәйәсәк

-

Бөгөндән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығын иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимын иғлан итте.
Был режим ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда иғлан ителә. Уның сиктәрендә тәүлек әйләнәһенә махсус штаб эшләй, тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү көсәйтелә, республикаға килгән кешеләргә киҫкен респиратор инфекция билдәләренә ҡарата тоталь тикшереү үткәрелә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән оператив саралар күрелә.
Әлегә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр асыҡланмаған. Республика стационарҙарында 48 кеше коронавирусҡа шик аҫтында дауаланыу үтә, уларҙың һигеҙе – балалар. Барыһының да хәле тотороҡло. Көсәйтелгән саралар иһә инфекцияны таратмау өсөн күрелә, сөнки көн һайын республикаға төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән тиҫтәләрсә кеше килә, улар араһында коронавирус таралған тарафтарҙан да барҙар.
Республика Хөкүмәтендә оператив штабтың коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығын иҫкәртеү йәһәтенән үткән ултырышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров 250-нән артығыраҡ кеше һәм сит ил граждандары ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы кисектереүҙе, үткәрмәүҙе талап итте. Шулай уҡ төбәк Башлығы яҙғы каникулды 6 апрелгә тиклем оҙайтырға һәм Мәғариф министрлығына педагогик коллективтарҙың дистанцияла уҡытыу варианттарын әҙерләүҙе ойошторорға ҡушты. Юғары һәм урта уҡыу йорттарында ла белем алыу процесын дистанциялағы режимға күсереү фарыз.
Сит илдән ҡайтҡан граждандарға үҙ аллы изоляция булдырыу өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Сир билдәләре күренгән саҡта уларға кисекмәҫтән коронавирус инфекцияһына тест үткәреләсәк.
Быға тиклем республика Башлығы күрһәтмәһе менән коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү саралары күрелгәйне. Атап әйткәндә, һүҙ сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә сәйәхәттәрҙе кисектереп торорға, күп кешеләр булған сараларға йөрөмәҫкә кәңәш ителде. Ә ойошма етәкселәре эш урындарында дезинфекция үткәреүҙе ойошторорға тейеш.
Һорауҙар булһа, коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабтың “ҡыҙыу бәйләнеше” эшләй: +7 (347) 286-58-27.
Фото: mperspektiva.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас