Руль артында ҡатын-ҡыҙҙарҙы граната тотҡан маймыл менән сағыштырырға яратһалар ҙа, юлдарҙа матур заттарҙың көндән-көн арта барыуы ғәҙәти күренеш. 2015 йылдан уҙғарылып килгән «Автоледи» бәйгеһендә ҡатнашыусылар үҙҙәренең «тимер ат»тын юҡҡа ғына эйәрләмәүен шуны дәлилләй. Был сара рулгә ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың машина йөрөтөү оҫталығына баһа биреү, юл хәрәкәте именлегенә иғтибарҙарын йүнәлтеү маҡсатында үткәрелә.
Бәйгене ДОСААФ ойошмаһы рәйесе Фаил Юлдашбаев асып, Афғанстан ветерандары ассоциацияһы рәйесе Салауат Юлдашбаев, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәлимә Байгилдина, Аҡъяр телевидениеһы корреспонденты Фәнилә Бәшировалар ҡатын-ҡыҙҙарға уңыштар теләне.
Автомобиль йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар районыбыҙ юлдарында йылдан-йыл күберәк күренһә лә, ниндәйҙер сәбәптән, улар был бәйгелә ҡатнашырға атлығып тормай. Көс һынашырға 23 гүзәл зат теләк белдерһә лә, уларҙың ни бары һигеҙе генә ярышҡа килгән.
Тура юлдан водитель таныҡлығы булған һәр кем руль тотоп бара алалыр ул. Ә бына бәйгелә талаптар ҡаты һәм ауыр. Өҫтәүенә, нисә күҙ һиңә төбәлгән? Улар араһында яртыһы – көндәштәр. Юл ҡағиҙәләрен белеүҙе тикшереү бигерәк тә тулҡынландыра. Улар йыл һайын үҙгәреп, билетта ниндәйҙер яңы закон өҫтәлә. Имтихан алыусылар ҡурҡыуға ҡалған “тимер ат” хужаларын “Борсолмағыҙ, был бит ярыш, ә “права” алыуға имтихан тапшырыу түгел”, -тип тынысландырырға ашыҡтылар.
Бәйгенең автомобилде фигуралы йөрөтөү этабы ла еңелдәрҙән түгел. Шулай ҙа “автоледи”ларҙың береһе лә ҡаушаманы. Ир-егеттәргә ҡарағанда ла былай-алаймы йөрөттөләр һәм бөтәһе лә “лабиринт”, “йылан”, эстакада, гаражға машинаның арты менән индереү кеүек ҡаршылыҡты ла еңеп сыҡты. Һынауҙарҙың медицина ярҙамы күрһәтеү өлөшө лә күңелле барҙы. Юлда ул был хәл килеп сыға ҡалһа, был ҡатын-ҡыҙҙар тәүге медицина ярҙамы күрһәтә ала тип әйтә алам. Уларҙың һәр береһенә афарин тиергә ҡала.
Сара күңелле һәм бер тын да үтте, сөнки ярыш дауамында дуҫлыҡ атмосфераһы хөкөм һөрҙө. Бәйгеселәрҙең дә, көйәрмәндөрҙең дә кәйефтәре шәп ине. Көндөң дә заказ буйынса ғына һайлаған кеүек, матур, ҡояшлы тороуы дәрт кенә өҫтәне.
Бөтә этаптар иҫәбе буйынса 1-се урынды хаҡлы рәүештә Нәркәс Мәмбәтова, 2-се урынды Венера Гвоздева һәм 3-сө урынды Зилә Ғәниева алды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды һәм саранан барыһы ла ыңғай эмоция, яҡшы кәйеф алып таралышты.
Милә Баймырҙина, Аҡъяр ауылы:
- Быйылғы йылда был бәйгелә үҙемде һынап ҡарау өсөн тәүгә ҡатнашам. Ике йыл рәттән ярышты ҡыҙығып күҙәтеп килдем. Нива маркалы машинала 2006 йылдан алып йөрөйөм. Шуға ла стажым етерлек, бәйгелә ҡатнаша алырлыҡмын тигән һығымтаға килдем һәм ҡатнашыуыма бер ҙә үкенмәйем. Машинала йөрөү миңә еңел бирелә. Юлда һәр ваҡыт йәшел ут ҡына яна һәм кисәләктә лә шулай йөрөргә яҙһын. Ярыш миңә дәрт, байрам кәйефе өҫтәне.
Нәркәс Мәмбәтова, Әбүбәкер ауылы:
- “Автоледи” бәйгеһендә өсөнсөгә ҡатнашам. Минең өсөн иң мөһиме ҡатнашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу. Быйыл Бөйөк Еңеүгә 75 йыл. Шуға ла мин машинамды танк стилендә биҙәнем. Минең менән көйәрмәндәрем Әбүбәкер мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, атайым килде. “Тимер ат” та йөрөү стажым 16 йыл. Ауылдан көн һайын Аҡъярға эшкә йөрөйөм. Иптәшем һәр яҡлап хуплап тора, өс йыл элек Лада Калина машинаһын бүләк итте. Быйыл да ярыш юғары кимәлдә, яҡшы кәйефтә үтеп тә китте. Еңеү яулауым менән шатмын.