Яңылыҡтар
17 Март 2020, 06:32

Әкиәт донъяһында булдылар

..

Өфөләге әкиәти тамаша
Был сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтеп, уға бар республиканан һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре – йәмғеһе 500-ләп кеше йыйылды.
Балға саҡырыусылар араһында беҙҙең райондан ата-әсәләре менән өс кескәй принцесса – Бүребай ауылынан Ғәлиә Шәрипова, Комсомолдан Айзилә Мәмбәтова һәм Өфө ауылынан Зөһрә Хөсәйеновалар ҡатнашты.
Балда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тәбрикләп: “Ошо залға саҡырылған бәләкәй принцессаларҙың бөтәһен дә ысын күңелдән ҡотлайым. Һеҙ бөгөн шул тиклем матурһығыҙ. Күҙҙәрегеҙ балҡый, йөҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ нуры. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уҡыуығыҙҙа уңыштар, үҙ көсөгөҙгә ышаныс теләйем. Шул саҡта тормошоғоҙҙа барыһы ла уң булыр, – тине төбәк етәксеһе. – Был көндә, әлбиттә, әсәйҙәрҙе лә ҡотлайым. Һеҙгә көс, матурлыҡ, изгелек теләйем. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һоҡланыу хисе уята. Һәр саҡ ярҙам итергә һүҙ бирәм.”, - тине. Радий Хәбиров шулай уҡ ошо байрамды ойоштороға ярҙам иткән ирекмәндәргә, йәмәғәт ойошмаларына рәхмәт белдерҙе.
Тулы мәҡәләне гәзиттең 22-се һанында уҡығыҙ.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас