Яңылыҡтар
17 Март 2020, 06:22

Беҙ тип тибә йөрәге

..

Ҡәйнәм Вәсилә Дауыт ҡыҙы Иштәкбаева Аҡъяр ауылының абруйлы уҡытыусыһы, хәстәрлекле, уңған хужабикә, ике улына ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәй, килененә яҡшы ҡәйнә, әхирәт, дүрт ейәненә яратҡан ҡартәсәй.
Вәсилә Дауыт ҡыҙы 1960 йылдың 16 мартында Баймаҡ ҡалаһының Дауыт һәм Фәриҙә Исчуриндарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа. Бәләкәйҙән эшһөйәр, алсаҡ, игелекле, ярҙамсыл булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы һөнәрен һайлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ошонда уҡ ҡайным мәрхүм Иҙрис Мөхәмәтғәле улы менән танышып, студент ваҡытында уҡ өйләнешәләр. Уҡып бөтөп, 1982 йылда Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбендә эш башлай. Ике улына Илмир менән Илһамға матур тәрбиә бирәләр.
Ул күп йылдар буйы 2-се Аҡъяр мәктәбендә завуч, директор вазифаларын башҡара. Уның уҡыусылары тик юғары, уҡыу йорттарына инәләр. Район, республика кимәлендәге олимпиада, бәйгеләрҙә тик беренсе урындар яулайҙар.
Ҡәйнәм бына инде 38 йыл мәктәп ишектәрен асып, көн дә балаларға тарих фәненә һөйөү уята, уҡыусыларым тип янып йәшәй. Эшендә лә уны барыһы ла ихтирам итә, ярата.
Минең ҡәйнәм ысын мәғәнәһендә алтынға тиң. Һәр ваҡыт ярҙам итергә ҡҙер, ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын, уға ышанырға, таянырға була. Балаларыбыҙға яғымлы ҡартәсәй, иптәш. Ейәндәре иһә уны ярата, ҡартәсәй тип өҙөлөп кенә торалар. Ҡәйнәм мине беренсе көндән үк үҙенекеләй итеп ҡабул итте, балаһындай яҡын күрҙе. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйткәне булманы. Белмәгәнемде матур итеп өйрәтеп, балаларыбыҙҙы тәрбиәләшеп тора. Һәм нимә генә булмаһын, сабыр, кешеләргә изгелекле һәм игелекле булырға өндәй. Ҡәйнәмә ысын күңелдән бик ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә.
Ошо көндәрҙә ҡәйнәмә 60 йәш тула. Беҙ, балалары, ейәндәре уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ һәм: “Беҙ һине яратабыҙ!”, тип әйтәбеҙ.
Килене Гөлнара Иштәкбаева.
Аҡъяр ауылы
Читайте нас