Яңылыҡтар
15 Март 2020, 06:26

Радий Хәбиров оператив штабты йыйҙы

Халыҡ күп ҡатнашҡан барлыҡ саралар сикләнә, сит илгә сығыу тыйыла

Ҡытайҙан башланғыс алған вирус беҙҙең илгә лә үтеп инде. Хәҙер властар алдында мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсаты тора.
Бөгөн, ял булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе.
"Был мәсьәлә бик етди. Эйе, беҙҙә ауырыған кеше юҡ, әммә сирҙең килеп сығыуы мөмкин. Һис шикһеҙ, уға ҡаршы тора алабыҙ, әммә эҙемтәләренә юл ҡуймаҫ кәрәк. Шуға ла түбәндәге сараларҙы күрәбеҙ:
1. Әле үк ауырығандарҙы дауалау селтәрен әҙерләйбеҙ, әгәр улар килеп сыҡһа.
2. Вирусҡа бәйле бөтә яңылыҡтарҙы ла шунда уҡ республика халҡына асыҡ һәм дөрөҫ итеп хәбәр итәсәкбеҙ. Дүшәмбенән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған тәүлек әйләнәһенә эшләгән "ҡыҙыу линия" (8(347) 286-58-27) операторҙары һанын арттырабыҙ. Бынан тыш, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын брифингтар үткәреп, бөтә дөрөҫ мәғлүмәтте еткерәсәк.
3. Халыҡ күп ҡатнашҡан барлыҡ сараларҙы сикләйбеҙ. Хеҙмәткәрҙәрҙең сит илгә сығыуын һәм Рәсәй төбәктәре буйлап йөрөүҙе лә тыябыҙ.
4. Киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары менән эшләүгә айырыуса иғтибар бирергә. Миңә ышаныуығыҙҙы һәм ҡырҙан ишетелгән хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалмауығыҙҙы һорайым. Бөтә мәғлүмәт миндә бар һәм уны шунда уҡ йәмәғәтселеккә еткереп торасаҡмын. Борсолорға һәм хафаланырға сәбәп юҡ. Беҙ ауырыуҙы 100 процент диагностикалауға әҙербеҙ. Хәл тәүлек әйләнәһенә ҡаты күҙәтеү аҫтында. Иҫкәртеү сараларына бәйле килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм. Был осраҡта беҙ ауыр сирҙең таралыуына юл ҡуймаясағыбыҙға ышаныслы булыу яғында, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас