Италияла коронавирустан бер тәүлектә 250 кеше үлгән
Унда инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 17 660 кешегә еткән. Был мәғлүмәт ауырыу буйынса статистика алып барыусы Worldometers сайтында күрһәтелә.
Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһының генераль директоры Тедрос Гебрейесус Европаны коронавирус пандемияһы үҙәге тип атаны. Бында ауырыу осраҡтары Ҡытай күрһәткестәрен үтеп киткән.
Иң ҡатмарлы хәл Италияла күҙәтелә. Бында ресторандар, барҙар, кибеттәр, театрҙар һәм башҡа күңел асыу биналары ябылған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, донъяның 123 илендә ауырыуҙар һаны 132 меңдән ашҡан, 5 меңгә яҡын пациент үлгән.
"Өмет" гәзите сайтынан алынды