Яңылыҡтар
14 Март 2020, 19:27

ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТОСТАН КҮРГӘҘМӘҺЕ СИТ ИЛ КОМПАНИЯЛАРЫН ҠЫҘЫҠҺЫНДЫРҘЫ

Ҡаҙағстанда, Нур-Солтан ҡалаһында үткән AgriTek&FarmTek Astana-2020 Халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашты. //

Ҡаҙағстанда, Нур-Солтан ҡалаһында үткән AgriTek&FarmTek Astana-2020 Халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашты.
Республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда экспортты үҫтереү” төбәк проекты һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ошондай ҙур сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
Алты Башҡортостан компанияһы күргәҙмәгә юғары технологиялы мал аҙығы, биопрепараттар һәм минераль ашламалар, ауыл хужалығы техникалары һәм ҡорамалдары тәҡдим иткән.
Республика эшҡыуарҙары өсөн беренсе көн уңышлы булған, улар Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Германия компаниялары вәкилдәре менән эшлекле һөйләшеү алып барған. Сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ өсөн Башҡортостанда етештерелгән продукциялар һәм минераль ашламаларҙы Ҡаҙағстан һәм Төркиәгә оҙатыу буйынса килешеү төҙөлгән.
Башҡортостан компаниялары продукцияларын Ҡаҙағстан баҙарына сығарыу буйынса фекер алышыуҙар алып барылған.
Читайте нас