Йәш музыкант Зәйнетдин март аҙағында Ҡытайҙа концерт менән сығыш яһарға тейеш булған. Әммә коронавирус пандемияһы иғлан ителеүгә бәйле, Европа илдәре буйлап та гастролдәре кисектерелә. Хәйер, яҡташыбыҙ Өфөлә сағыу шоу-программа әҙерләй.
Костюмдарға килгәндә, дүрт төрлө образ һайлап алынған. Ижади төркөмгә кейемдәрҙе илдең билдәле дизайнерҙары теккән.
Сәхнәлә Зәйнетдин егерме төрлө музыка ҡоралында уйнарға йыйына. Ҡурай, ҡумыҙ, думбырала уйналған башҡорт халыҡ көйҙәре заманса стилдә яңғыраясаҡ. Шулай уҡ тамашасылар алдында башҡа йәш музыканттар ҙа сығыш яһай.