Яңылыҡтар
14 Марта 2020, 07:15

Урыҫбайҙа балыҡсылар ярышты

*

13 мартта Урыҫбай ауылында Ташыйҙа, ҡышты оҙатыу балыҡсылар ярышы уҙғарылды. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, тәбрикләп, боҙҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырып Аҡъюл ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы Ильнар Айҙар улы ярышҡа старт бирҙе.
Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлаған ваҡытта, яр ситендә ҡатын-ҡыҙҙар балыҡтан аш әҙерләне. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмлҽ барҙы.
Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә: боҙҙо тиҙлеккә тишеү буйынса беренсе булып Динислам Искәндәр улы билдәләнде. Иң ҙур балыҡ тотоусы Игебаев Айҙар Әхмәтғәле улы. Иң өлкән балыҡсы Акилов Фәнил ағай һәм иң бәләкәй балыҡсыбыҙ 6 йәшлек Шәңгәрәев Ансар. 1-се урын - Ирғәлин Айҙар Йәнтүрә улы, 2-се урын - Рәил Фәтхулла улы, 3-сө урынға Айрат Әхтәм улына етеүселәр булманы.
Ошо ярышта ҡатнашыусыларға һәм ны ойоштороусы Игебаев Ильнар Айҙар улына, Абдуллин Рәил Фәтхулла улына һәм ашнаҡсыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ярышты уҙғарыуҙа спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙар Игебаев Нияз Яңыбай улына, Нурзилә Әйүпова һәм "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының урындағы бүлексәһенә эштәрендә уңыштар теләп рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Читайте нас