Яңылыҡтар
13 Марта 2020, 19:46

«Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәргә аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостан үҙ проекттарын урында тормошҡа ашырасаҡ эшҡыуарҙарға грант бүлергә иҫәп тота.//

Рәсәй кимәлендәге конкурстың әле тотош ил буйынса ярымфиналы бара. Волга буйы федераль округында ярыш ике ҡалала үтә, Өфөлә һәм Һамарҙа. Башҡортостандағы сарала Рәсәйҙең һәм республиканың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу эшҡыуар үҙ проекттарын яҡлай, уларҙың яртыһы тиерлек Башҡортостандан.
Радий Хәбиров ярымфиналсылар менән осрашыуҙа еңеүселәргә финанс һәм административ ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Туризмды үҫтереү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Беҙҙең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫыбыҙ бай, үҫеш өсөн этәргес кенә кәрәк, тине Республика башлығы.
Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусыларға үҙ проекттарын яҡлау мөмкинлеге бирелә. Авторҙар эксперттарҙың һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Тәҡдим ителгән проекттар араһында этнотурзмды үҫтереүгә, ошо тармаҡ белгестәрен уҡытыуға, айти технологияларға арналған проекттар күп. Иң уңышлы тип табылған проект авторҙары Мәскәүҙә, Рәсәй кимәлендә үткән конкурста сығыш яһаясаҡ.
Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас