Яңылыҡтар
14 Марта 2020, 07:46

Футзал буйынса район беренселеге тамамланды

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙ-ҡыш дауамында барған футзал буйынса район беренселеге тамамланды.
Көсөргәнешле уйындар һөҙөмтәһендә 1-се урынды Аҡъяр ауылы командаһы яуланы. Әйткәндәй, улар был кубокка икенсе йыл рәттән эйә булды. 2-се урынға Бүребай ауылынан «Горняк» командаһы алһа, 3-сө урынға Подольскиҙан «Шахтер» клубы футболсылары күтәрелде.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса «Горняк» клубынан Евгений Касьянов иң яҡшы ҡапҡасы, ә шул команданың һөжүмсеһе Рөстәм Илбәковтың голы иң матуры тип танылды.