Яңылыҡтар
14 Март 2020, 18:19

ДЗЮДО БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА БЕРЕНСЕЛЕГЕ БАШЛАНДЫ

Өфөлә 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында Дзюдо буйынса республика беренселеге бара //#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Бындай спорт саралары балаларҙа илһөйәрлекте үҫтереүгә, шулай уҡ тормош юлдарында осраған төрлө ауырлыҡтарға бирешмәҫкә һәм еңеүгә ынтылыш уята. Өҫтәүенә үҫмерҙәр өсөн бындай турнирҙар үҙ мөмкинлектәреңде барларға, тиҫтерҙәреңдең һәләтен тойомларға һәм тәжрибә тупларға ярҙам итә. Бынан тыш, ошондай саралар – ил һәм донъя ярыштарында ҡатнашыуға шәп юллама ла.
Был спорт сараһы ил Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы, дзюдо үҫешен пропагандалау, популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.
Башинформ
Читайте нас