Яңылыҡтар
14 Март 2020, 07:23

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус таралыуы буйынса брифинг уҙғарҙы

Рәсәйҙә барлығы 34 кеше коронавирус йоҡторған. Республикала сит илдәрҙән ҡайтҡан 311 кеше участка табиптары күҙәтеүендә ҡала

13 мартта «Башинформ» агентлығында уҙған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүен белдерҙе.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Өфөлә 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы дауаханаға һалыуҙары тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар. Бынан алда урындағы киң мәғлүмәт сараларында гимназия уҡыусыһын дауаханаға оҙатыуҙары хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Йәнәһе лә 12 мартта химик һаҡлау костюмдары кейгән табиптар яңыраҡ Францияла ял итеп ҡайтҡан уҡыусы ҡыҙҙы дәрестән алып киткән. Ҡыҙ температураға, йүткереүгә һәм башы ауыртыуға зарланған.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Жеребцов һүҙҙәренсә, 13 мартҡа донъяла — 125 меңдән ашыу, Рәсәйҙә 34 кеше коронавирус йоҡторған. Башҡортостанда яңы коронавирус менән ауырыусылар юҡ.
Республикала сит илдәрҙән ҡайтҡан 311 кеше участка табиптары күҙәтеүендә, тип өҫтәне ул. Улар өйҙәрендә 14 көнлөк карантинда. Бөгөнгә Башҡортостанда 481 кеше иҫәптән төшөрөлгән: уларҙың береһендә лә коронавирус раҫланмаған.
Читайте нас