16 марттан республикала “Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит” тип аталған Бөтә Рәсәй наркотикка ҡаршы акцияның беренсе этабы старт ала.
Акция сиктәрендә, министерстволар һәм ведомстволарҙың “ҡыҙыу линия” телефондары эшләй башланы.
Наркотиктар һатыу, һаҡлау урынын, притондарҙы белгән һәр кем тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында был турала хәбәр итә ала. Бынан тыш, теләгәндәр наркологиянан дауалаған һәм наркобәйләнешлектән реабилитацияларға ярҙам иткән ойошмалар тураһында тулы мәғлүмәт ала ала.
Наркотикка ҡаршы Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостанда 27 мартҡа тиклем дауам итә. Республика Эске эштәр министрлығы наркотик һәм психотроп матдәләрҙе таратыуға бәйле факттар тураһында территориаль эске эштәр органдарына хәбәр итеүегеҙҙе һорай.
Бынан тыш, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында “ышаныс телефоны” 8 (347) 279-32-92, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең дежур часы 8 (34758) 2-25-25 телефондары тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Һәр мәғлүмәт мотлаҡ тикшерелә һәм бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Анонимлыҡ гарантиялана.
Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә әйтер мәғлүмәтегеҙ булһа, “Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит” наркотикка ҡаршы Бөтә Рәсә акцияһында әүҙем ҡатнашығыҙ. Ошоноң менән наркотиктарҙы һатыуға ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.