“Агрокомплекс-2020” 30-сы юбилей халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Агройәшлек” ғилми-техник һәм инновация ижады республика конкурсы еңеүселәре билдәләнә.
Тантана “Ауылдар киләсәге йәштәр күҙе менән” презентация майҙансығы сиктәрендә үтә.
Был конкурс өсөнсө йыл рәттән үтеп, ауыл хужалығы тармағында иң яҡшы ғилми проекттарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола. 13 йәштән 20 йәшкә тиклемге ауыл мәктәптәре , лицей, гимназиялар уҡыусылары, шулай уҡ аграр профилдәге урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары үҙ эштәрен тәҡдим итә ала.
Еңеүселәр өс йәш категорияһы буйынса билдәләнә.
БР ауыл хужалығы мәғлүмәт үҙәге