Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы ултырыш үтте.
Унда республика Башлығы Радий Хәбиров, парламент етәксеһе Константин Толкачев, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, парламенттың элекке саҡырылыштар депутаттары, почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сара барышында депутаттарҙы һәм Секретариат ветерандарын бүләкләү тантанаһы ла булды. Уларға дәүләт наградалары, “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы” тигән иҫтәлекле билдә тапшырылды. Конгресс-холл залында парламенттың алты саҡырылышының тарихи документтарынан һәм фотоларынан күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Юбилей тантанаһында Радий Хәбиров һәм Константин Толкачев сығыш яһаны.
– Был 25 йыл етди һынауҙар, сәйәси системаны һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе тәрән үҙгәртеп ҡороуҙар осоро булды, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ республикала йәмәғәтселек тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалғанбыҙ, иҡтисадты күтәреү һәм үҫтереү нигеҙен булдырғанбыҙ икән, бында парламенттың хеҙмәте ҙур.
Дәүләт Йыйылышының иң мөһим ҡаҙаныштарына туҡталып, Радий Хәбиров Башҡортостан парламентының Рәсәй дәүләтселегенең федераль моделен яңыртыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булыуын билдәләне.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов һәм glavarb.ru