Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 11:17
Башҡортостанда йәшәүселәр Ҙур театрҙан «Аттила» операһының тура трансляцияһын ҡарай ала
Уны күренекле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов сәхнәләштерә
Бөгөн Рәсәй Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә — Джузеппе Вердиҙың «Аттила» операһы. Уны Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» һәм «Алтын битлек» премиялары лауреаты, күренекле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов сәхнәләштерә.
Операның тура трансляцияһы Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляцияны
һылтанма буйынса
ҡарарға мөмкин.
Илдең төп мәҙәниәт майҙансығында мөһим партияларҙы бар донъяға танылған опера йондоҙҙары Илдар Абдразаҡов (Аттила), Вероника Джиоева (Одабелла), Василий Ладюк (Эцио) һәм Лучано Ганчи (Форесто) башҡара. Актерҙар составында шулай уҡ Өфө труппаһы солистары Артур Ҡәйепҡолов (Леоне) һәм Айҙар Хәйруллин (Ульдино) бар. Спектаклдә оркестр, хор, балет һәм балалар опера студияһы ҡатнаша.
Дирижер пульты артында – музыкаль етәксе һәм спектаклдең ҡуйыусы дирижёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Артём Макаров.
http://www.bashinform.ru/bash/1424554/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"