Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 114 илдә 120 меңдән ашыу кеше ошо сирҙе йоҡторған, 4400 самаһы үлгән, 66 меңгә яҡыны һауыҡҡан. Рәсәйҙә COVID-19 менән зарарланыуҙың 28 осрағы асыҡланған.
Рәсәй Хөкүмәте Италияға, Германияға, Францияға һәм Испанияға авиарейстарҙы сикләне. Унда Шереметьево аэропортынан ғына осорға мөмкин.