Яңылыҡтар
12 Март 2020, 11:18

Коронавирус таралыуы сәбәпле, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының Берлиндағы концерты күсерелде

*

Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының Берлиндағы концерты күсерелде. Был Германияла коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын көсәйтеүгә бәйле.
«Берлин филармонияһы 19 апрелгә тиклем тамашасылар өсөн ябыҡ», — тип хәбәр иттеләр оркестрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Оркестрҙың Европаның төп залдарының береһендәге сығышы 19 мартҡа тәғәйенләнгәйне. Гастроль программаһында – донъя музыка классикаһының ике гүзәл әҫәре: А. Дворжактың икенсе виолончель концерты һәм быйыл 180 йыллығы билдәләнгән П. Чайковскийҙың бишенсе симфонияһы. Солист — халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Мәскәү музыканты Арсений Чубачин. Дирижер — Самуэль Галь Альтерович (Израиль).
Читайте нас