Яңылыҡтар
12 Март 2020, 18:51

Фольклориадаға әҙерлек

Район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт усаҡтарының мәҙәни ойоштороусылары һәм ауыл китапханасылары өсөн Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса семинар ойошторолдо.

Район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт усаҡтарының мәҙәни ойоштороусылары һәм ауыл китапханасылары өсөн Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса семинар ойошторолдо.
Унда район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шорохова мәҙәни ойоштороусыларҙы фольклориадаға әҙерлек һәм бөгөнгә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
Халыҡ ижады буйынса методист Минзифа Ишемғолова масштаблы сараға сувенир продукцияларвы әҙерләү буйынса мәғлүмәт бирҙе.
Семинарҙа ҡатнашыусылар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата үткәреләсәк саралар һәм ағымдағы мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Муниципаль район Советы секретары Салауат Байғабулов Рәсәй Конститцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүгә әҙерлек менән таныштырҙы.
Семинар аҙағында 46 йыл ғүмерен мәҙәниәткә арнаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Минниса Солтанованы хаҡлы ялға оҙатыу менән бәйле, абруйлы хеҙмәткәр исеменә ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды
Читайте нас