Яңылыҡтар
11 Март 2020, 20:14

Ауылға елле бүре килгән!

Благовещен районының Александровка ауылында бик ҙур бүрене атҡандар. Өлкән кешенең кәүҙәһенән дә еллерәк.

Благовещен районының Александровка ауылында бик ҙур бүрене атҡандар. Өлкән кешенең кәүҙәһенән дә еллерәк.
“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы хәбәр итеүенсә, был фотоны социаль селтәрҙә күреп ҡалғандар. Йыртҡыс ауылға бик яҡын килгән, бүреләрҙең йышлауы халыҡта ҙур хәүеф тыуҙырған. Һуңғы ваҡытта уларҙың “ҡунаҡ”ҡа саҡырылмай килгеләүен кем өнәһен? Яңыраҡ күрше ауылда бүреләрҙең өс этте боғаҙлап ташлағаны билдәле булғас, кешеләр тамам ҡурҡыуға төшкән.
Ауыл халҡына уяулыҡты, һиҙгерлекте һис юғалтырға ярамай.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Автор: Дина Арсланова
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
Читайте нас