«Тоталь диктант» — ул мәғариф акцияһы. Башҡортостанда Тоталь диктантҡа әҙерлек башланды. Федераль почта операторы илебеҙҙең 541 ҡала һәм ауылдарына 300 мең ручка ебәрә.
Башҡортостанға 5960 ручка килтерелә. Уларҙан 5250-һе күк төҫтә, улар диктант яҙыусылар өсөн, 440-ы ҡыҙыл төҫтә, улары диктанттарҙы тикшереүселәр өсөн.
Республикала ручкалар 13 ауыл һәм ҡалаларҙы таратыла. Иң күбе Өфө ҡалаһы өсөн төғәйенләнгән.
“Быйыл тоталь диктант яҙыусылар бер төрлө ручка менән файҙаланасаҡ. Был Рәсәй почтаһы булышлығы менән башҡарыла”,--тине проект етәксеһе Ольга Ребковец.
Тоталь диктант яҙыу 4 апрелдә үтә. Майҙансыҡтарҙа теркәлеү акцияға 10 көн ҡалғас башлана, йәғни 25 мартта. Акция проектына totaldict.ru сайтында онлайн-мәктәптә йәки махсус курстарҙа әҙерләнергә мөмкин.