Яңылыҡтар
11 Март 2020, 05:51

Башҡортостанда нисек бушлай ЭКО эшләтергә?

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан..

Рәсәйҙә был хеҙмәтте мотлаҡ медицина страховкаһы фонды иҫәбенә башҡарып сығырға була. Йыл һайын республикала был мөмкинлектән 2 меңдән артыҡ ҡатын-ҡыҙ ҡуллана. 2020 йылда Башҡортостан был максатка өҫтәмә 83 миллион һум аҡса бүлде. Был сығанаҡтар сиратты тағы ла 650 кешегә кыскарта аласаҡ.
Кемгә тейеш һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Әгәр ҙә 1 йыл һәм унан артығыраҡ ваҡыт дауамында һаҡланмайса даими енси тормош алып барғанда ҡатын ауырға ҡала алмай икән, был осраҡта түлһеҙлек хаҡында һүҙ йөрөтөргә була. Ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙармы түлһеҙлек диагнозы – мөһим түгел. Башҡа төрлө осраҡта һеҙ дәүләт иҫәбенә ЭКО программаһында ҡатнаша алаһығыҙ тигән һүҙ.
Бушлай ЭКО яһатыу тәртибен һылтама аша уҡып белә алаһығыҙ.
Читайте нас