Янғын биш балаһы менән ҡатын кеше өйҙә булған ваҡытта башлана. Бер ваҡыт ҡатын ҡыйыҡта шифер “ата” башлауын ишетә.
33 йәшлек ҡатын балалары менән веранда аша тышҡа сыға алмауҙарын аңлай, уны ут ялмаған була. Шуға күрә балаларҙы кухнялағы тәҙрә аша урамға сығарырға, унан үҙенә сығырға тура килә.
Йортта янғын тураһында хәбәр итеү приборы булғанлыҡтан, янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндерә алған.
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындың яҡынса сәбәбе—электр ҡорамалдарын монтажлау ҡағиҙәһен боҙоу.
“Ҡыҙыл таң” гәзите сайтынан алынды