Яңылыҡтар
9 Март 2020, 20:12

Башҡортостандың иң гүзәл ҡыҙы ҡайҙан?

Беренсе урынға һәм “Башҡортостан гүзәле” исеменә Баймаҡ һылыуы Зөлфиә Байбулатова лайыҡ булды. //

Йыл һайын республика сәхнәһенә Башҡортостандың иң гүзәл ҡыҙҙары сыға. Улар бәйге шарттары буйынса башҡорт телендә матур һөйләшә, үҙ халҡы традицияларын яҡшы белә. Бынан тыш, һылыуҡайҙар йыр-бейеүгә оҫталығын да күрһәтә.
Һылыуҡайҙарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Беренсе урынға һәм “Башҡортостан гүзәле” исеменә Баймаҡ һылыуы Зөлфиә Байбулатова лайыҡ булды. Зөлфиә Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый.
Өсөнсө урынға – Белорет районынан Айһылыу Хәйруллина, икенсе урынға Йылайыр районынан Ләйсән Нәҙерғолова лайыҡ булды.
Читайте нас