Март айы мәктәпте тамамлаусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн бик яуаплы ваҡыт. Кемдер ҡулына аттестат алғас, ҡайҙа уҡырға барасағын аныҡ билдәләгән, икенселәр әле икеләнә, өсөнсөләр билдәһеҙлектә яфалана.
Районда сығарылыш кластарын тамамлаусылар тау сәнәғәте белгестәрен әҙерләгән И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын күҙ уңында тота. Был аңлашыла, ул Урал аръяғында бындай һөнәр эйәләрен әҙерләүсе берҙән-бер уҡыу йорто.
Колледж үткән шәмбе район масштаблы асыҡ ишектәр көнөн үткәрҙе. Унда сығарылыш кластар уҡыусылары, ата-әсәләр, теләгән һәр кем өсөн экскурсия ойошторолдо. Хатта район учреждениелары һәм ойошмалары етәкселәре лә ғәҙәттәге эшлекле оперативканы уҡыу йорто менән яҡындан танышыуҙан, студенттар, педагогтар менән аралашыуҙан башланы. Был осраҡлы түгел, уҡыу йорто районда ғына түгел, Урал аръяғында берәү генә, ә уның тулы мөмкинлектәре, уҡыу йүнәлештәре тураһында барыһы ла хәбәрҙар түгел.
Ә бында ҡарарлыҡ, танышырлыҡ нимәләр бик күп. Бөтә һөнәрҙәр буйынса 14 майҙансыҡта оҫталыҡ кластары үткәрелде.