Башҡортостан умартасыларының икенсе съездын республика ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмғиәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.
Унда ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй умартасылары ассоциацияһы вәкилдәре, ауыл хужалығы министры—вице-премьер Илшат Фазрахманов, эксперттар, ғалимдар, төбәк ҡортсолары ҡатнаша.
Сьезда ошо тармаҡты үҫтереү мәсьәләләре, проблемалар, 2021 йылда Өфөлә үтәсәк “Апимондия” халыҡ-ара конгресына әҙерлек барышы, республикала ҡортсолоҡ тармағын үҫтереүгә булышлыҡ иткән ярҙам программалары буйынса ентекле һөйләшеү алып барыласаҡ.