Яңылыҡтар
8 Март 2020, 06:40

Юлбарыҫ ауылында “Самауырым еҙ аяҡ – тирә-яғы сынаяҡ” байрамы ойошторолдо

*

Самауыр артында осрашыуҙар кемгә генә ҡәҙерле түгел? Сәйе лә, тәмләп бөткөһөҙ, башҡа төрлө. Шундай табын артында үткәрелгән байрамдар ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан, Юлбарыҫ ауылында тап ошо күркәм сара – “Самауырым еҙ аяҡ – тирә-яғы сынаяҡ” байрамы ойошторолдо.

Байрам ҡотлау һүҙҙәре менән башланды. Артабан уңған хужабикәләр ике командаға бүленеп («Еҙ самауыр» һәм ”Сәйхурҙар” командалары), самауыр тураһында таҡмаҡ- мәҡәл бәйгеләрендә ҡатнашып ҡына ҡалманы, шиғырға көйҙәр һалып йырланылар, бирелгән көйҙәргә тиҙ генә бейеү ҙә һалдылар, башҡорт халыҡ уйындарын да, аш-һыуға маһирлыҡтарын да күрһәттеләр. Самауырҙар янында өҫтәлдәр һығылып торҙо. Аҙағынан самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсеп таралыштыҡ. Шыжлап ултырған самауыр һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындарҙы бәйләп торһон!
Читайте нас