7 мартта Татыр-Үҙәк клубының мәҙәни ойоштороусыһы, Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, инвалидтар йәмғиәте рәйесе ауылдың оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың йорттарына барҙылар һәм уларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотланылар. Шулай уҡ Венера Батисованы 80 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләнеләр. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләнеләр.