Яңылыҡтар
8 Март 2020, 06:57

Мәмбәттә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял кисәһе уҙғарылды

*

Мәмбәт ауылы мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Гүзәл заттар - тормош биҙәге" исемле ял кисәһе уҙғарылды.

Был байрам төрлө конкурстар һәм уйындар менән аралашып барҙы.Сәхнәлә ике команда: "Әсәйҙәр" һәм "Килендәр" көс һынаштылар. Конкурста ҡатнашыусылар ҡурсаҡҡа кейем тегеү, әкиәт уйлап һөйләү, һорауҙарға яуап биреү, һүрәт төшөрөү, йомаҡ әйтешеү һәм башҡа төрлө бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынап ҡаранылар.Ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, байрам сараһы матур сәй табыны менән тамамланды.
Читайте нас