Яңылыҡтар
8 Март 2020, 07:58

Өфө ауылында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам сараһы гөрләп үтте

*

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата Өфө ауылында “Ҡатын-ҡыҙ – донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе” байрам сараһы уҙғарылды. Ул конкурс формаһында үтте.
Ҡатнашыусылар аш бешереүҙә, ойоҡ ямауҙа, хатта ижад өлкәһендә лә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Жюри һөҙөмтәләре буйынса Айгөл Кәримова еңеүсе тип табылды. Байрам сараһын музыкаль һәм художестволы номерҙары биҙәне.
Читайте нас