Ивановка ауылында "Алтын тирмә" уйын кисәһе үтте. Был кисәлә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған 3 команда көс һынашты.
Ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә үҙ командалары менән таныштырҙылар, бер-береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө - тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисә “Алтын тирмә” һынауҙары аша белемдәрен күрһәттеләр.
Беренсе тур ”Кем сосораҡ?", икенсе тур төрлө өлкәнән һорауҙар (тарих, халыҡ ижады, төрлөһөнән), өсөнсө тур “Кем башлыраҡ?”. Ауыр ғына һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ таптылар, hәм 1-се урынды "Әбейүшкә.ru", 2-се урынды "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр ", 3-сө урынды "Наҙлыҡайҙар"бүлештеләр.
“Алтын тирмә” уйын-кисәһе күңелдәрҙә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.