7 март Ғәлиәхмәт ауылында "Ҡатын-ҡыҙ яҙы" исемле Аҡъюл ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары форумы үтте.
Форумдың төп маҡсаты - бөгөнгө ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын борсоған мәсьәләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп эш пландарын билдәләү булды.
Был сарала төрлө сығыштар булды. Улар ҡатын-ҡыҙ һаулығына, ауылдағы социаль негатив күренештәрҙе профилактикалау, ғаилә, тәрбиә мәсьәләләренә, Ағинәйҙәр һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ҡағылды. Бөгөнгө көндә, төрлө социаль-иҡтисади һәм демографик тенденциялар арҡалы, ауыл ерендә ҡатындарҙың социаль роленең ҙур булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Форумда шулай уҡ Ғәлиәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советының яңы составы раҫланды.
Урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре форумдың бер биҙәге булды. Оҫталыҡ мастер-кластары ла күрһәтелде.
Форумды ойоштороусылар - Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте, Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йорто һәм Ғәлиәхмәт Ағинәйҙәр ойошмаһы.