Яңылыҡтар
7 Март 2020, 06:53

ЮХХДИ бүлеге начальнигы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

*

Иглин район-ара тәфтиш бүлеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Иглин районы буйынса бүлеге начальнигына ҡаршы енәйәт эшен ҡуҙғатты. 41 йәшлек етәксене ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.

Тәфтишселәр һүҙҙәренсә, ғәйепләнеүсе уҙған йылдың авгусында һәм сентябрендә эшҡыуарҙан ике тапҡыр законһыҙ аҡса ала, уларҙың дөйөм суммаһы 22 мең һум тәшкил итә.

Ришүәт алыу факты эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан асылған.

Хәҙерге ваҡытта тикшереү эштәре дауам итә.

фото:ИА "Башинформ"
Читайте нас