Бүребай ауылы мәҙәниәт йортонда Еңеү көнөнә арналған район марафоны сиктәрендә, Маҡан ауыл биләмәһенең ижади коллективтары һәм үҙешмәкәр артистары концерт менән сығыш яһаны.
Марафон тантананан башланды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, тыл хеҙмәтсәндәренә, яугирҙарҙың тол ҡатындарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Концерт юғары кимәлдә үтте. Маҡандан “Журавушки” һәм “Ләйсән” вокал коллективтары, Сәғиттән “Өлкәнтау гәүһәрҙәре” фольклор коллективы, Воздвиженканан “Криница” вокал коллективы сығыштары, һуғыш йылдары йырҙары һәм бейеүҙәре тамашасылар күңеленә хуш килде.
Концерт программаһы шундай итеп төҙөлгән, күҙ алдында Бөйөк Ватан һуғышы эпизодтары тергеҙелде. Уйлап эшләнгән сценарийға ярашлы, тамашасылар 1941-1945 йылғы дәһшәтле йылдар тарихына сумды.
https://vk.com/haibulla_rdk