Яңылыҡтар
6 Март 2020, 21:17

Волейбол турниры

Аҡъяр ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса турнир үтте.//

Аҡъяр ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса турнир үтте.
Ярышта муниципаль район хакимиәте, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, Аҡъяр тау колледжы, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы һәм Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе командалары ҡатнашты.
Командаларҙың еңеүгә сәме бик юғары ине. Уйын ҡыҙыҡлы ла, көсөргәнешле лә барҙы.
Һөҙөмтәлә, турнир еңеүсеһе исемен муниципаль район хакимиәте командаһы яуланы. Икенсе урынды балалар сәнғәт мәктәбе алһа, өсөнсө урынға Аҡъяр тау колледжы командаһы сыҡты.
Спортсыларға кубок, миҙалдар һәм приздар тапшырылды.


Читайте нас