Яңылыҡтар
6 Март 2020, 21:39

Сәғиҙулла Байегет ҡотланы!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы таусылар алдында сығыш яһаны//

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы таусылар алдында сығыш яһаны
Сәғиҙулла Байегет һәм уның ижади дуҫтары Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Петропавловка ауылында “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен матур концерт менән ҡыуандырҙы.
Тамашасылар менән йәнле аралашыу, шаян һүҙҙәр һәм ҡотлауҙар байрам бүләге булып яңғыраны.
Башҡорт эстрадаһының популяр артисы Ян Лира, йәш йондоҙҙар Айгөл Әминеваның моңло йырҙары, Гөлшат Шахморатованың дәртле бейеүе барыһына ла оҡшаны.
Ике сәғәттән ашыу барған концерт бер тында үтте.
“Башҡортостан баҡыры” йәмғиәте сайтынан алынды
Читайте нас