Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сараға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан мөләйем ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам концертты үткәрелде. Бында район мәҙәниәт йортоноң, “Рух” рок-төркөмөнөң ир-егеттәре, Аҡъяр һәм Бүребай балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары сығыш яһаны. Тамашаға халыҡ тулы зал булып йыйылды.