Учалыла 46 йәшлек ир полицияға мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Йәнәһе лә уға банктан шылтыратып, аҡсаһына хәүеф янауы һәм уларҙы тиҙ арала һаҡлап ҡалырға кәрәклеген әйткәндәр. Ә бының өсөн, иғтибар, иҫәптәге бөтә аҡсаны аҙ ғына суммалар менән «банк хеҙмәткәре» әйткән башҡа иҫәптәргә күсерергә кәрәк.
Ир ышанған, банкоматҡа барып, йыйған аҡсаһын алған, ә аҙаҡ уларҙы ике сәғәт эсендә 15 мең һумлап телефондағы ҡатын-ҡыҙ әйткән иҫәптәргә күсергән. Дөйөм алғанда, ул мутлашыусыларға 1 миллион 30 мең һум күсергән, шунан һуң уға аҡса «хәүефһеҙ урында» тигәндәр. Әйткәндәй, ул был аҡсаны фатир һатып алыу өсөн йыйған икән.
Полицияла айырыуса ҙур суммала мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡандар.