Яңылыҡтар
7 Март 2020, 07:34

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район музейында Зилиә Килдебаеваның ҡул эштәре күргәҙмәһе асылды

*

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – йыл һайын төрлө илдәрҙә билдәнгән байрам. Был тарихи дата ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы өсөн көрәш барышында барлыҡҡа килгән. 1975 йылдың мартынан Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында билдәләнә. Хәҙер 8 март – Яҙ, Мөхәббәт һәм Матурлыҡ байрамы.
Ошо уңайҙан Хәйбулла район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Яҙғы комплимент» республика музейы акцияһы сиктәрендә Зилиә Килдебаеваның ҡул эштәре күргәҙмәһе уҙғарылды. Бында төрлө техникала яһалған – сәйләндән теҙелгән, бәйләнгән, сигелгән, әүәләнгән эштәр тәҡдим ителде.
Күргәҙмәне асыуға 2-се Аҡъяр мәктәбенең 5-се “а” класы уҡыусылары килде. Сара башында балалар Зилиә Ғаяз ҡыҙының ижады һәм ҡул эштәре менән яҡындан танышты.
Артабан “Әсәйҙәргә бүләк” оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Музей методисы Гөлшат Ҡәйепова етәкселегендә уҡыусылар ҡағыҙҙан сәскәләр, флистан биҙәүестәр яһап, әсәйҙәргә матур бүләк әҙерләнеләр.
Фото: Хәйбулла район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Читайте нас