Өфөнөң Дим ашығыс ярҙам подстанцияһы фельдшеры Рәзидә Әбдиеваға Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре тигән исем бирелде.
Был хаҡта ул үҙе лә байрамға арналған тантаналы йыйылышта ғына белгән. Утыҙ йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә фельдшерҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров лайыҡлы награда менән ҡотланы.
“Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм медицина һәләкәттәр үҙәге фельдшеры Рәзидә Шамил ҡыҙы юғары профессионализм күрһәтте. М-5 трассаһында боҙлауыҡ сәбәпле утыҙҙан ашыу автомобиль бәрелешкән көндә, осраҡлы рәүештә уҙып барышлай, ул аварияға эләккәндәргә ярҙам ҡулы һуҙырға сыға”, - тине республика етәксеһе. Рәзидә Әбдиева үҙенең эске инструкцияға ярашлы эш итеүен, был ваҡиғала бер ниндәй героизм күрмәүен белдерҙе.
Ашығыс ярҙам хеҙмәтендә Рәзидә Әбдиева тормош иптәше, водитель Дамир менән бергә эшләй.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.